Бөтәбеҙгә бер Ер шары!

11 марта 2020
1

Һуғыш балаларына һәм тыл батырҙарына бағышлана

Байрамдарҙың ил оло байрамы –
Илебеҙҙең Еңеү байрамы!
Халҡыбыҙҙың ошо еңеүҙәре –
Аллаһының иң ҙур ярҙамы!

...Йәйге йылы кис. Әсәләре һәм ҡусты-лары Мирсәйет менән тыныс ҡына йәшәп ятҡан һалам башлы йорттоң тәҙрәләре асыҡ. Ике еткән ҡыҙҙарҙың береһе өҫтәлгә ситса йәйеп һалған да, бирелеп китеп күлдәк тегә, иртән көтөү ҡыуғас башлаған эшен ҡыуана-ҡыуана дауам итә... Апаһы лампа утына яҡыныраҡ ултырып, ойоҡмо, бирсәткәме бәйләй (бөтәһенең дә аяҡтарын ул бәйләгән ойоҡбаштар йылыта), әсәләре Шәмсинур ҡарсыҡ (минең буласаҡ өләсәйем) тиҫбе тарта, уйланып ултыра ла, тағы тиҫбеһен ҡулына ала...
Матур июнь таңында...

Өршәгемдең йылы ҡултығында
Һыйынып ҡына ултырған бит ул...
Бәләкәй генә, матур, эшсән халҡы –
Ауылҡайым минең, Һыҙырғол!
Ҡустылары көнө буйы колхоз аттарын көтөп арыһа ла, киске уйынға сығып йүгергән, үҙенең тиҫтерҙәре менән рәхәтләнеп киске һалҡында уйнайҙар, әкрен-әкрен генә еткән ҡыҙҙарға күҙ һалалар... Тормош ҡанундарының береһе шул, бөтәһенең дә башынан үткән! Үрге остан талғын ғына булып йырлаған тауыш ишетелә башлай шул саҡ... Иптәшенең хромкаһына ҡушылып берәү “Ғәлиәбаныу”ҙы йырлай!
Зәңгәр күҙле Миңлебаныу исемле ҡыҙыҡайҙың күңелдәре күтәрелеп китә, эше лә шәберәк бара башлай, тик башты күтәреп ҡарап тороу юҡ: йырҙың үҙенә арналғанын йөрәге менән тоя!
Июнь баштарының сафлыҡ бөркөп торған үләндәре, ағастары, сут-сут һайраған һандуғастары... Ошо бит ул үҙе “ожмахтың бер мөйөшө”, Аллаһы Тәғәләнең ябай күңелле эшсән халҡына бүләге. Йәшә лә йәшә, артабан йәшәүеңде дауам ит тә бит. Тик...
“Һуғыш башланған!” тигән ҡурҡыныс хәбәр бәләкәй генә ауылды тетрәндереп, һалҡын һуғыш тынын өрөп ҡуя: ә халыҡ ҡурҡып ҡалһа ла, ҙур тыныслыҡ менән һуғышҡа ҡаршы әҙерләнә башлай...
Дәүләкән районы егете Әхәт һуғышҡа һөйгән ҡыҙы, әлеге ике ҡыҙҙың береһе (Хәтимә инәйем) менән вәғәҙәләр биреп хушлашалар... Ә инәйем ғүмер буйы яңғыҙ йәшәй. Колхоз эшенә егелеп эшләп йөрөй, яңғыҙ түгел шулай ҙа, “ҡартайған көнөмдә терәк булыр” тип, Сара һеңлеһенең улын ҡарап үҫтерә.
Һуғышҡа китеүсе ир-аттар ҙа кескәй генә балаларын ҡосаҡлап, тыуып өлгөрмәгәндәрен әсәләренең ҡорһаҡтарында ҡосаҡлап хушлаша. Үҫеп еткән аҡыллы, уңған улдарына күҙ терәп йәшәп ятҡан оло инәйҙәр иһә доғаларын уҡып, әкрен генә аҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп, хәйерле юлдар теләп оҙатып ҡалалар... “Һуғыш” һүҙенең әле мәғәнәһен аңламаған бала-сағалар ҙа, хатта бәләкәс кенә көсөк эттәр ҙә яугирҙәрҙе оҙатып ҡала.

Тылда тормош тынмай

Бәләкәй генә матур ауылым, ҡапыл ҡурҡҡан балалай тынып ҡала... Тик мосолман халҡына хас сабырлыҡ менән артабан йәшәүен дауам итә кешеләр... Әммә тылда ла ниндәй ауяһыҙ көрәш бара! Шуға быуындары нығынып бөтмәгән балаларҙың, яҡлаусыһыҙ йәш ҡыҙҙарҙың, тол ҡатындарҙың тылда эшләүҙәрен һуғышта ҡатнашыусыларҙың батырлығынан һис тә кәм ҡуйырға хаҡыбыҙ юҡ, минеңсә!
Эйе, тылда... Күпме картуф киптереп тапшырырға, күпме тағы заданиелар үтәргә тура килә. Күберәк атайһыҙ, яҡлаусыһыҙ балалар... Өҫтәүенә, нормаһын үтәй алмаһа, йәки атын урынынан ҡуҙғата алмаһа – арҡаһына сыбыртҡы төшкән! Йә, Хоҙай, рәхмәт сабырлыҡтар биргәнең өсөн ул балаларға, уларҙың әсәләренә! Ә яҙын ас балаларҙың туң картуф ашауынан үлгән осраҡтарын аҙ беләбеҙме ни!
Иң мөһиме, ошо тиклем михнәт сигеүҙәрҙе онотманымы беҙҙең хәтер, ә бөгөнгө тормоштоң ҡәҙерен беләбеҙме һуң?! Лира Яҡшыбаева әйтмешләй, бөтәбеҙгә бер Ер шары. Күҙ ҡараһылай һаҡлайыҡ Ер шарын, йәмәғәт! Һуғыш сыға күрмәһен!
Ауыр тиҙәр, тормош ауыр, тиҙәр!
Уны кем күтәреп ҡараған.
Бер яғын уның йәйғор матурлаһа,
Ә бер яғын ҡайғы ураған!
Ә мин ҡыуанам һәр саҡ йыр тыуғанға!
Ҡыуанамын ҡояш сыҡҡанға!
Ҡойоп та ғына яуған ямғырына!
Шул ямғырҙың йәйғор аҫтарында
Ғашиҡ йәндәр баҫып торғанға!..

Тәслимә ИЛЬЯСОВА.

 

Поделиться: