Конкурстар

Бөйөк Еңеүҙең

70 йыллығын ҡаршылап

 

2015 йылдың майында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Ошо айҡанлы “Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы гәзит уҡыусылар араһында конкурс иғлан итә.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар ҙа һанаулы ғына ҡалып бара. Конкурс халыҡтың Ватаныбыҙ тарихына ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын тәрәнерәк өйрәнеү, һуғыш ҡаһармандары менән яҡынданыраҡ таныштырыу һәм гәзит уҡыусыларҙы Бөйөк Еңеүгә арналған әҫәрҙәр ижад итеүгә дәртләндереү маҡсатында ойошторола.

Конкурста Стәрлетамаҡ ҡала һәм район мәктәптәре уҡыусыларын, урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттарын, шулай уҡ “Ашҡаҙар” гәзитен алдырып уҡыусы һәр кемде әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Конкурсҡа төрлө жанрҙағы артыҡ ҙур күләмле булмаған ижади эштәрҙе тәҡдим итергә мөмкин: һүрәтләмә, мәҡәлә, хикәйә, шиғыр, әкиәттәр һ.б.

Ижади бәйгегә Еңеү көнө алдынан йомғаҡ яһала. Иң яҡшы тип табылған эштәр төрлө номинацияларҙа баһаланасаҡ. Еңеүселәрҙе дипломдар, маҡтау ҡағыҙҙары, матур-матур бүләктәр көтә.

Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы.

Поделиться: